Төньяҡ Македония Республикаһы — тауҙар һәм күлдәр иле. Ул Европаның көньяҡ-көнсығышында, Балкан ярымутрауында урынлашҡан. Төньяҡ Македония биләмәһендәге тауҙар һаны башҡа бөтә илдәрҙәгенә ҡарағанда ла күберәк. Шуға ҡарамаҫтан уның тәбиғәте бик бай һәм күп яҡлы. Төрлө йәнлектәрҙе, үҫемлек донъяһын яҡлауға алған милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар күп бында. Көмбәҙҙәй ялтырап, үҙенә саҡырып ятҡан күлдәр ынйы бөртөктәреләй таралған. Уларҙың Европалағы иң тәрәне һәм боронғоһо тип, ЮНЕСКО мираҫына индерелгән Охрид күле һанала. Антик дәүерҙе һынландырған архитектура ҡомартҡылары менән дә дан алған Төньяҡ Македония. Уның баш ҡалаһы Скопье биләмәһендә бындай тарихи урындар байтаҡ. Илдең халҡы татыулығы менән дан тота, улар мәҙәни мираҫты күҙ ҡараһылай һаҡлап, бер бөртөгөн дә юғалтмайынса быуындан быуынға тапшыра белә. VI Бөтә донъя фольклориадаһында Төньяҡ Македония мәҙәниәтен «Илинден» бейеү ансамбле сағылдырасаҡ. Македонияның тарихи ижадын, халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында Битола ҡалаһында 1955 йылда барлыҡҡа килгән был ансамбль күп йылдар дауамында Франция, Хорватия, Германия, Словения, Нидерланды, Бельгия, Швеция, Төркиә, Австралия, Италия, америка Ҡушма Штаттары һәм башҡа илдәрҙә үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһап, үҙ тамашасыһын яулаған.
Ил:
Македония