Әзербайжан Республикаһы — иң боронғо тарихты һаҡлаусы илдәрҙең береһе. Бындағы һоҡланғыс тәбиғәтте ихлас һәм алсаҡ халыҡ тырышып һаҡлай. Әзербайжанда көнсығыш һәм көнбайыш мәҙәниәте бергә үрелеп, онотолмаҫ бер мөхит хасил иткән. Республиканың формалашыу тарихы бик бай һәм тәрән йөкмәткеле. Бында көнсығыш менән көнбайыш, төньяҡ менән көньяҡ осраша — Бөйөк Ебәк юлы тап ошо ил аша үткән. Бындай түбәләрен ап-аҡ ҡар ҡаплаған мөһабәт тауҙар, әкиәттәгеләй мул һыулы, зәп-зәңгәр йылғалар һәм күлдәр, йәшеллеккә күмелгән туғайҙар, алтын ҡомло пляждар менән сиктәш. Туғыҙ төрлө климат төбәге ошондай күп яҡлы тәбиғәт пейзаждары тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Мөғжизәле илдә йөҙләгән тарихи ҡомартҡы һаҡлана — ҡәлғә һәм батша һарайҙары, боронғо ҡалалар һәм мәсеттәр, уларҙы Әзербайжан хөкүмәте дәүләт һаҡлауы аҫтына алған.
Был илдең бай мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Ритмы» бейеү коллективы күрһәтәсәк. 2011 йылда ойошторолған был ансамбль Грузия, Рәсәй, Төркиә, АҠШ, Кипр кеүек илдәрҙә уҙған ҙур халыҡ-ара фестивалдәрҙә үҙен танытты.
Ил:
Әзербайжан