Бенин Республикаһы — серле, үҙенсәлекле традициялары, уникаль флора һәм фаунаһы менән үҙенә ылыҡтырып торған хисле ил. Бениндың тарихы ябай булмаған. Бында Абомей ҡалаһының уникаль тарихи ҡомартҡы һарай һаҡланған, «Африка Венецияһы» тип йөрөтөлгән, күлдең уртаһында урынлашҡан Ганвие ауылы, кеше ҡулы теймәгән Африка тәбиғәтен һаҡлаусы Пенджари милли паркы бар. Илдең баш ҡалаһы Порто-Ново «Өс исемле ҡала» тип йөрөтөлә. Урындағы мәҙәниәттә һәм бенинсыларҙың йәшәү рәүешендә христиан дине һәм мәжүсилек, бронғо ырым-ышаныуҙар һәм заман тәьҫире бергә үрелгән. Уларҙың ижады илдең һоҡланғыс мәҙәниәтен, традицияларын, музыкаһын, халыҡ әйтемдәрен, бейеүҙәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Коллективтың репертуарында шатлыҡ менән тулы вуду бейеүҙәре, шулай уҡ заманса ритмдар, батшаларға хас һыҙаттар ҙа бар. 1992 йылда ойошторолған ансамбль Бенин Республикаһын Ҡытай, Япония, Венесуэла, Франция, Швейцария, Венгрия, Польша, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙәге халыҡ-ара фестивалдәрҙә лайыҡлы күрһәтте.
Ил:
Бенин