Чили — тылсымлы һындар, туңған вулкандар, тап-таҙа күлдәр, ап-аҡ ҡомло пляждар, ҡарлы тауҙар һәм ҡолмлоҡтар иле. Ер шарындағы иң оҙон дәүләт тә һанала Чили. Ил Анды һәм Кордильеры тауҙары күкрәгенә һыйынып, Тымыҡ океан буйында ята. Бында иң бейек янартау — Охос-дельСальдо һәм иң ҡоро ҡомлоҡ Атакама урынлашҡан. Чилиҙың күпселек майҙанын милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар ала. Кеше ҡулы менән яһалған һәйкәлдәре менән дә данлыҡлы. Пасха утрауындағы һындар тарихи әһәмиәткә эйә һәйкәл булып иҫәпләнә. Бороноғ мәҙәниәт, быуаттар төпкөлөнән килеп еткән цивилизация шаңдауы урындағы мәҙәниәттә лә асыҡ сағыла. VI Бөтә донъя фольклориадаһында Чили халҡының испанса дәртле, индеецтарса тәрән мәғәнәле мәҙәниәтен «Antumapu» халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк. Сағыу ижады, ихлас сығыштары менән дан алған коллектив фольклор традицияларға таяна һәм үҙ иленең бөтә матурлығын асып бирә.
VI Бөтә донъя фольклориадаһы Дүртөйлө ҡалаһына 2021 йылдың 5 июлендә башлана
ПодробнееДүртөйлө ҡалаһы, Мәҙәни ял үҙәге алдындағы майҙан, Ленин урамы, 7
05.07.2021 15:00
VI Бөтә донъя фольклориадаһы Яңауыл ҡалаһына 2021 йылдың 6 июлендә башлана
ПодробнееЯңауыл ҡалаһы, Мәҙәни ял үҙәгенең һул яғындағы майҙан, Азин урамы, 32
06.07.2021 15:00
VI Бөтә донъя фольклориадаһы Тәтешле районы 2021 йылдың 7 июлендә башлана
ПодробнееҮрге Тәтешле , Мәҙәни ял үҙәге алдындағы майҙан, Ленин урамы, 67
07.07.2021 15:00
VI Бөтә донъя фольклориадаһы Нефтекама ҡалаһына 2021 йылдың 8 июлендә башлана
ПодробнееНефтекама ҡалаһы, Ҡала мәҙәни ял паркы сәхнәһе, Ленин урамы, 19
08.07.2021 15:00
VI Бөтә донъя фольклориадаһы Илеш районы 2021 йылдың 9 июлендә башлана
ПодробнееҮрге Йәркәй , Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан, Коммунистик урам, 12
09.07.2021 15:00
Ил:
Чили