Черногория Республикаһы — тауҙар, күлдәр һәм диңгеҙҙәр иле. Урта диңгеҙ буйының иң йәмле төбәге ул. Балкан ярымутрауының көнбайышындағы таулы ил Европаның матур һәм экологик яҡтан таҙа урындары иҫәбендә. Черногорияның биләмәһе нигеҙҙә ЮНЕСКО яҡлауы аҫтында. Бында Дурмитор, Биоградска-Гора, Ловчен, Проклетие кеүек милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар урынлашҡан. Меңәрләгән археологик һәм тарихи ҡомартҡыларға бай ил ул. Иң билдәлеләре — Цетинь монастыре, Острог монастыре, Цитадель ҡәлғәһе һәм башҡалар. Черногория мәҙәниәтенә быуаттар дауамында тупланған көнбайыш һәм көнсығыш мәҙәни хазиналары йоғонто яһай. Уның ҡабатланмаҫ гүзәллеген VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Чрна Гора» фольклор ансамбле күрһәтәсәк. 2000 йылда нигеҙ һалынған коллектив халыҡ бейеүҙәрен һәм музыкаль мираҫты һаҡлау, популярлаштырыу йүнәлешендә эшләй. Ғәрәп Эмираттарында, Испанияла, Францияла, Португалияла, Польшала, Венгрияла, Германияла, Чехияла, Нидерландыла, Австрияла, Белоруссияла, Болгарияла, Грецияла, Сербияла, Словакияла, Румынияла уҙған күп һанлы халыҡ-ара фестивалдәрҙең сәхнәһен шаулатты ул.
Ил:
Черногория