Донъялағы ғәжәйеп илдәренең береһе ул — Мексика. Был дәүләт быуаттар төпкөлөнә инеп йәшеренгән бай тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән билдәле. Мексика ул иң боронғо цивилизацияларҙың бишеге. Баш ҡалаһы Мехико Төньяҡ Америкалағы иң боронғо ҡала һанала. Бында донъяның ете мөғжизәһенең береһе — Чичен-Ица пирамидаһы һәм Аллалар ҡалаһы — Теотиуакан урынлашҡан. Мексика — ҡапма-ҡаршылыҡтар иле. Сал пирамидалар бында заманса небоскребтар, ожмахтағы кеүек пляждар иң ҙур утлы вулкандар ҡулсаһы менән аралаша. Бай мәҙәниәт һоҡланғыс рәүештә ерле индеецтарҙың һәм испан колонизаторҙарының йыр-моңдары, ауыҙ-тел ижады менән бергә үрелеп, мөғжизәле композиция тыуҙыра. Мексиканың мәҙәни традициялар күп төрлөлөгөн VI Бөтә донъя фольклориадаһында Ballet Folklórico Imágenes De Xalapa бейеү коллективы тәҡдим итәсәк. 1987 йылда нигеҙ һалынған был ансамбль репертуарында индеецтар һәм испандарҙың музыкаһы, ритмдары бергә ҡушылып, ижад ителгән һоҡланғыс һәм ҡыйыу бейеүҙәр хазинаһы.
Ил:
Мексика