Коста-Рика Республикаһы — тотош бер ҡурсаулыҡ. Был ил иҫ китмәле тәбиғәте һәм географияһы менән билдәле — ул ике ҡитғаны берләштереүсе муйынсала урынлашҡан. Коста-Риканың ярҙарын Атлантик һәм Тымыҡ океандар йыуа. Илдең күренекле урындары иҫәбендә — күп һанлы милли парктар, тау һәм һыу аҫты мәмерйәләре, шарлауыҡтар, мөһабәт тауҙар, вулкандар — ә улар бында иҫәпһеҙ. Ғәжәйеп был илдең тотош биләмәһен тропик ҡурсаулыҡ ала. Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре Коста-Риканың 25 процент майҙанын тәшкил итә. Үҙәк Америкалағы ҙурлығы буйынса бишенсе булған тау — Сьерра-Чириппо, бер ҡайҙа ла оҡшашлығы булмаған тропик урмандар менән уратылған 100-ҙән ашыу вулкан да ошо илдең онотолмаҫ тәбиғәтен формалаштыра. Коста-Риканың мәҙәниәте милли үҙенсәлектәргә нигеҙләнгән, йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы. Мәҙәни традицияларҙың күп төрлөлөгөн VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Matambu» фольклор коллективы күрһәтәсәк. Ул 1997 йылда Сан-Хосе ҡалаһында ойошторолған. Коллектив Коста-Рика халыҡтары ижадын, йолаларын, ырым-ышаныуҙарын өйрәнең, һаҡлау һәм үҫтереү менән мәшғүл. «Matambu» әртистәре Канада, Эквадор, Италия, Ҡытай, Панама, Франция, Мексика һәм Португалияла үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә билдәлелек алған.
Ил:
Коста-Рика