«Айкулаш» Дәүләт фольклор ансамбле

Үзбәкстан — йылына өс йөҙ көн дауамында бер ниндәй болот әҫәре булмаған, ҡояшлы, бай төбәк. Үзбәкстан Республикаһы — Урта Азияның ярайһы уҡ ҙур өлөшөн алып торған дәүләт. Уның тәбиғәте үҙенең ландшафт төрлөлөгө менән һоҡландыра: бай емеш биргән баҡсалар, уңдырышлы яландар, осһоҙ-ҡырыйһыҙ мамыҡ плантациялары, саф һыулы тау шишмәләре, кеше аяғы баҫмаған сүллектәр һәм күккә олғашҡан тауҙар теҙмәһе ҡеүәтле Амударъя һәм Һырдаръя йылғалары буйында урын алған. Элекке быуаттарҙа Үзбәкстан аша Бөйөк Ебәк юлы үткән һәм бөгөн был дәүләт боронғо архитектура ҡомартҡыларын, ҡәлғәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Үзбәкстан мәҙәниәте лә быуаттар дауамында формалашып, ошо төбәктәге күп һанлы халыҡтар ижадын үҙендә туплаған. VI Бөтә донъя фольклориадаһында был илдең мәҙәниәтен «Айкулаш» Дәүләт фольклор ансамбле күрһәтәсәк. Ул дәүләт филармонияһы базаһында 1956 йылда ойошторолған һәм эшләү дәүерендә төрлө кимәлдәге халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһаған.

Яҡын аралағы сара «Айкулаш» Дәүләт фольклор ансамбле

Мишкә районы фестиваль программаһы

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Мишкә районы 2021 йылдың 5 июлендә башлана

Подробнее

Мишкә , «Триумф» ФҺК-һы алдындағы майҙан, Спорт урамы, 42

05.07.2021 15:00

Ҡариҙел районы фестиваль программаһы

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Ҡариҙел районы 2021 йылдың 6 июлендә башлана

Подробнее

Ҡариҙел, Район мәҙәниәт һарайы алдында майҙан, Ленин урамы, 9

06.07.2021 13:00

Борай районы фестиваль программаһы

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Борай районы 2021 йылдың 7 июлендә башлана

Подробнее

Борай , «Танып» ФҺК-һы, Мәктәп урамы, 12

07.07.2021 15:00

Асҡын районы фестиваль программаһы

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Асҡын районы 2021 йылдың 8 июлендә башлана

Подробнее

Асҡын , Район хакимиәте алдында майҙан, Пионерская урамы, 7

08.07.2021 16:00

Өфө ҡалаһында фестиваль программаһы

Подробнее

Өфө , «Фольклориада йөрәге» – «Торатау» Конгресс-холы амфитеатры

09.07.2021 18:00

Ил:

Үзбәкстан

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com