VI Бөтә донъя фольклориадаһы республика буйлап юл алды

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостан буйлап сәйәхәтен башланы.

Бөгөн ижади коллективтар 4 фестиваль округында сығыш яһаны. Сағыу тамашалар 22 муниципалитетта уҙасаҡ. Бөгөн 13 сәғәттә Салауат ҡалаһында (Первомай урамы, 2а) фестиваль башланды. Тамашасылар Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия, Рәсәй фольклор коллективтары ижады менән танышсаҡ. 15 сәғәттә Камерун, Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния ансамблдәре Мишкә ауылында (Спорт урамы, 42) сығыш яһай. Ошо уҡ ваҡытта Дүртөйлө районы фестиваль ҡунаҡтарын ҡаршылай. Бында төп сәхнәлә (Ленин урамы, 39) Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай һәм Бенин артистары сығыш яһай. 15 сәғәттә Әбйәлилдә лә фестиваль прогарммаһы старт ала (Асҡар ауылы, Ленин урамы, 39) — Венгрия, Ҡырғыҙстан, Коста-Рика, Черногория, АҠШ, Швейцария, Албания анасмблдәре сығышын ҡарарға мөмкин. Райондарҙың үҙҙәренең ижади коллективтары ла концерт программаһы әҙерләй.

14 сәғәттә «Торатау» Конгресс-холы үрге майҙанында Польша, Панама һәм Италия коллективтары шоу-программа күрһәтә. Ә 18 сәғәттә амфитеатрҙа Болгария, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбия фольклорсылары сығыш яһай. Хедлайнерҙар — йырсы Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana фолк проекты.

Көн һайын 11-ҙән 17 сәғәт 30 минутҡа хәтлем республика Милли музейында халыҡ-ара күргәҙмәләр эшләй. Инеү бушлай. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com