Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк округтарҙы тикшереү дауам итә

Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк округтарҙы тикшереү дауам итә

Бөтә Рәсәй һабантуйҙарын үткәреп тәжрибә туплаған Нуриман районында фестиваль майҙансығы мәҙәниәт һарайы алдына ҡуйыла, ямғыр булһа ул эскә күсерелә. Ҙур сәхнә әҙер тиерлек.

Иглинда йыл һайын «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивале үтеп тора, улар Рәсәйҙең күп төбәктәренән ҡунаҡтар ҡаршылап өйрәнгән. Былтыр бында хатта Ҡаҙағстан, Белоруссия, Германия, Словакиянан да уҡсылар килде һәм урынлашыу шарттары менән ҡәнәғәт ҡалды.

Ҡырмыҫҡалы районында майҙансыҡ ролен яңыраҡ асылған «Аҡкүл» паркы үтәйәсәк. Ул былтыр көҙ генә асылды. Паркта ябыҡ сәхнә, ултырғыстар, концерт биләмәһе бар.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлекте баһалап: «Фольклориадала 100 илдән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар үҙенең тарихи йолаларын, музыкаһын, йыр-бейеүҙәрен, халыҡ кәсептәрен, милли аш-һыуын, костюмдарын һәм сәхнә оҫталығын күрһәтәсәк. Бөгөн 85 ил заявка бирергә өлгөрҙө. Был осорҙа Башҡортостанда туристар һаны ла күп буласаҡ. Уларҙы 2,5 миллион булыр тип көтәбеҙ. Фольклориада программаһы баш ҡала менән генә сикләнмәй, бөтә раойндар буйлап тарала, шуға юғары әҙерлек мөһим. Әлегә үткәреү урындары, сығыш яһау сәхнәләре, ҡунаҡтарҙы йәшәтеү урындары билдәләнде. Барыбыҙҙы ла ҙур эш көтә. Һәм мин уны лайыҡлы атҡарырбыҙ, тип ышанам», — тине.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com