Төньяҡ Македония VI Бөтә донъя фольклориадаһына «Илинден» халыҡ бейеүҙәре ансамблен ебәрәсәк

Төньяҡ Македония VI Бөтә донъя фольклориадаһына «Илинден» халыҡ бейеүҙәре ансамблен ебәрәсәк
 
Үҙенең оркестры булған «Илинден» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә Борче Димитровски
етәкселек итә.
 
Коллектив 1995 йылда Битола ҡалаһында ойошторола. Был ҡала — Төньяҡ
Македонияның үҙенсәлекле мәҙәниәтен туплаған, халыҡ традицияларын һаҡлаған үҙәк
һанала. «Илинден» йыш ҡына донъя буйлап гастролдәргә сыға, халыҡ-ара фольклор
фестивалдәрендә ҡатнаша.
 
Башҡортостанға «Илинден» ҡыҙыҡлы программа менән килергә ниәтләй. Ул
номерҙарҙың береһе — «Чифте Чамче» («Ике кәмә») македон ир-егеттәре бейеүе. Был
илдең музыкаһына ҡатмарлы һәм һоҡланғыс ритмдар хас, динамикаһы һәм ҡеүәтле
энергетикаһы менән айырыла. Төньяҡ Македония коллективы Төньяҡ фестиваль
округында сығыш яһай. Ҡунаҡтарҙы 5 июлдә — Мишкәлә, 6 июлдә — Ҡариҙелдә, 7
июлдә — Борайҙа, 8 июлдә Асҡында көтөгөҙ.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com