Өфө ҡала мэрияһында VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтте

Өфө ҡала мэрияһында VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтте
7 апрелдә Өфө ҡала мэрияһында VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса
эш төркөмөнөң ултырышы үтте. Уны Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков алып
барҙы.
 
Кәңәшмәлә VI Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса
дирекцияның башҡарма директоры, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль
директоры Артур Әлибәков, дирекцияның белгестәре ҡатнашты. Ҡатнашыусылар
масштаблы проектты әҙерләүгә ҡағылышлы мәсьәләләргә төплө туҡталды.
«VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем үтергә
тейеш ине. Әммә фольклор һәм халыҡ ижады фестивален уҙғарыу 2021 йылға күсерелде
һәм ул 3-нән 10 июлгә тиклем үтәсәк. Бөгөн 56 ил фестивалдә ҡатнашыуға теләк белдерҙе
һәм уларҙың һаны артыуы ла ихтимал. Фольклориадаға киләсәк илдәр вәкилдәре менән
CIOFF® Рәсәй милли секцияһы һәм Бөтә донъя фольклориадаһы буйынса комитет
эшләй», — тип билдәләне Артур Айҙар улы һәм фестивалдең программаһы менән
таныштырҙы.
 
Өфө ҡалаһы алдында мөһим бурыс тора — инфраструктура мәсьәләләрен яйға һалыу,
ҡаланы төҙөкләндереү, хәүефһеҙлек һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итеү, шулай
уҡ фестиваль барышында экскурсия маршруттарын булдырыу, майҙансыҡтарҙа сауҙа
нөктәләрен урынлаштырыу.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com