Мәскәүҙең «Гжель» бейеү театры 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында фольклориаданы асыу тантанаһында сығыш яһаясаҡ

Мәскәүҙең «Гжель» бейеү театры 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында фольклориаданы асыу тантанаһында сығыш яһаясаҡ
«Гжель» күптән Рәсәй баш ҡалаһының мәҙәни визит карточкаһына әүерелгән. Уның
артистары бейеү телендә рустарҙың боронғо биҙәү традицияһы тураһында һөйләйәсәк,
хәрәкәттәр аша уның матурлығын һәм рухын асасаҡ. Фольклорида ҡунаҡтары сәхнәлә
нисек гжель, жостово, палех, Павлов Посад биҙәктәре кеүек халыҡ оҫталарының боронғо
кәсептәре терелеүенә шаһит буласаҡ.
 
Коллектив менән РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марина Куклина етәкселек итә.
Балетмейстеры — РФ Дәүләт премияһы лауреаты Валентина Слыханова.
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com