Парагвайҙан килеүсе коллектив билдәле булды

Парагвайҙан килеүсе коллектив билдәле булды
Парагвай Республикаһы — Көньяҡ Американың тап йөрәгендә урынлашҡан иҫ
китмәле ил. Бындағы тәбиғәт матурлыҡтарын һүҙ менән аңлатып бөтөрлөк түгел,
үҙенсәлекле архитектура һәйкәлдәре ил тарихында айырым урын биләй. Был дәүләттә
милли парктар, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре, төрлө януар-йәнлектәр, бер
ҡайҙа ла булмаған үҫемлектәр күп һәм уларҙы урындағы халыҡ күҙ ҡараһылай һаҡлай.
Парагвайҙың төп иҫтәлекле урыны — эре сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәк булған
баш ҡалаһы Асунсьон. Илдәге иң ҙур ҡала Рио-Парагвай йылғаһы ярында урынлашҡан.
Яр буйлап барһаң, ҡупшы һәм зиннәтле һарайҙар, колониаль стилдәге боронғо замоктар,
йорттар, үҙҙәренә генә хас фасады булған сауҙа үҙәктәре, сиркәү һәм музейҙарҙы күрергә
була.
 
Парагвайҙа шулай уҡ Көньяҡ Американың иң төп тарихи ҡоролмаларының береһе —
Итайпу плотинаһы урынлашҡан. Ул Америкала ғына түгел, бөтә донъяла иң эре электр
уты сығанағы һанала.
 
Парагвайҙың индеецтар һәм испанлылар мәҙәниәтен берләштергән һоҡланғыс мәҙәни
һыҙаттарын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Ибероамерикано дель Парагуай»
фольклор ансамбле күрһәтәсәк. Күп ҡырлы һәм сағыу сығыштарында был артистар үҙ
иленең мәҙәниәтен һаҡлау, йолаларын тергеҙеү, ғөрөф-ғәҙәттәрен һынландырыуҙы
маҡсат итә.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com