Парагвай артистарынан үҙенсәлекле номер

Фольклориадаға улар башҡа теҙеп ҡуйылған көршәктәр һәм шешәләр менән бейеү
алып киләсәк.
Фольклориада ваҡытында Парагвайҙан ансамбль Башҡортостан райондары буйлап юл
ала.
Ҡояшлы Парагвай исеменән «Айбероамерикано» ансамбле сығыш яһаясаҡ. Был
Көньяҡ Америка иле индеецтарҙың һәм испандарҙың бай мәҙәниәтен берләштерә.
Әлеге мәлдә Нэнси Кристальдо етәкселегендәге коллектив әүҙем репетициялар
үткәрә. Башҡортостанға улар башҡа теҙеп ҡуйылған көршәктәр һәм шешәләр менән
бейеү алып киләсәк. Уны ҡыҙҙар 19-сы быуаттағы костюмдарҙа башҡарасаҡ.
5 июлдә «Айбероамерикано» – Дүртөйлөлә, 6 июль – Яңауылда, 7 июль – Тәтешлелә, 8
июль – Нефтекамала, 9 июль Илештә сығыш яһай.
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com