Венгриянан килгән коллектив башҡортса йырлясаҡ

Венгриянан килгән коллектив башҡортса йырлясаҡ
"Kecskemet" венгр халыҡ бейеүҙәре коллективы ошо рәүешле Башҡортостан өсөн
махсус бүләк әҙерләй. Бер нисә ай инде улар башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы өйрәнә.
Был йыр башҡорттарҙа тыйнаҡ ҡыҙҙарҙы бейергә саҡырып йырланылған.
Тарих һөйләүенсә, венгрҙарҙың башҡорттар менән уртаҡ тамырҙары бар, улар
фонетика һәм лексикала ла сағыла.
 
Донъялағы иң музыкаль илдәрҙең береһе артистары көйҙөң дәртле мотивын тиҙ генә
эләктереп алып, йыр һүҙҙәрен ятлаған. Тере башҡарыуҙы VI Бөтә донъя фольклориадаһы
сиктәрендә Өфөлә һәм үҙебеҙҙең районда күрә аласаҡбыҙ.
5 июлдә Венгрия коллективы концерттар менән Көнсығыш фестиваль округына
юлланасаҡ. 5 июлдә "Kecskemet" Әбйәлилдә сығыш яһаясаҡ, 6 июлдә - Бөрйәндә, 7
июлдә - Учалыла, 8 июлдә - Сибайҙа, 9 июлдә Белорет районында буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: VI Бөтә донъя фольклориадаһы 3-10 июлдә Башҡортостан
Республикаһында уҙа.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com