Башҡортостандың ҡайһы урындарын ҡарарға була

Башҡортостан республикаһы — бындағы аҫаба халыҡ — башҡорттар исеме менән аталған Рәсәй Федерацияһы субъекты. Республика Урал тауҙарының көньяғында, Европа һәм Азия киҫелешендә урынлашҡан. Баш ҡалаһы — Өфөлә бер миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ҡаланың оҙонлоғо 40 километрҙан ашыу. Бөгөн өфө Рәсәйҙең ҙур сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе һанала. Башҡортостан РФ-ның ауыл хужалығы тармағын һәм индустрияны киң үҫтергән төбәктәре иҫәбендә. Төбәктең тарихы һәм мәҙәниәте һәйкәлдәрҙә сағыла. Өфөгә ингән урында, Ағиҙел йылғаһы ярында Салауат Юлаев — башҡорт халҡының милли геройына бағышланған монумент ҡаршылай. Был һәйкәл Европала иң ҙур һыбайлы һәйкәл. Шулай уҡ баш ҡалала опера йырсыһы Федор Шаляпинға, билдәле балет бейеүсеһе Рудольф Нуриевҡа һәйкәлдәр бар. Рәсәйҙә билдәле рок-музыканттарҙың да сығышы — Өфөнән. Республиканың ҡабатланмаҫ тәбиғәте һоҡланыу уята. Уны икенсе Швейцария тип атауҙары юҡҡа түгел. Башҡортостан урмандарға, тауҙарға һәм күлдәргә бай. Шүлгән-таш мәмерйәһе Рәсәйҙә иң билдәле мәмерйә. Бында уникаль боронғо һүрәттәр һаҡлана — уларҙың йәше милилон йылдан ашыу. Башҡортостандың визит карточкаһы, милли бренды — ҡымыҙ һәм бал, милил музыка ҡоралы — ҡурай. Ҡурай төбәктең һәм бында йәшәүсе күп милләтле халыҡтың дуҫлыҡ символы ла. Башҡорттар ҡунаҡсыл, йомарт халыҡ. Һәм беҙ һеҙҙе үҙ еребеҙҙә күреүебеҙгә шатбыҙ!

Салауат Юлаевҡа һәйкәл

Өфө ҡалаһы, Салауат Юлаев исемендәге майҙан

«Ете ҡыҙ» фонтаны

Өфө ҡалаһы, Театр скверында

Дуҫлыҡ монументы

Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамында

«Ләлә-Тюльпан» мәсете

Өфө ҡалаһы, урам Та, 5

Ирәмәл тауы

Белорет районы һәм силәбе өлкәһе сигенә

Инйәр таш һындары

Белорет районы, Тирлән п 17 км көнбайыштараҡ

Айғыр ҡаяһы

Белорет районы, Инйәр ауыл советы, ҡая Айгирский

Асҡын мәмерйәһе

Бр архангел районы

Ғәҙелша шарлауығы

Баймаҡ районы, Сибай г 15 км. алыҫлыҡта

Атыш шарлауығы

150 км алыҫлыҡта Өфө, силәбе өлкәһе менән сиктән йыраҡ түгел

Шүлгән-таш

Бөрйән райондарынан да, Гадельгареево

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com