Фольклориада

VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында белешмә

CIOFF  Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы 1970 йылда ойошторолған һәм Ер шарының 102 илендә милли секциялар рәүешендә эшләп килә, үҙ эсенә 63 тулы хоҡуҡлы вәкилде, 18 ассоциацияланған ағзаны, 18 ағза-корреспондентты һәм 3 партнерҙы һәм йәштәр хәрәкәтен ала (шул иҫәптән Рәсәйҙе).

Милли секциялар географик урынлашыуы буйынса 6 секторға — Африка, Азия, Тымыҡ океан, Үҙәк, Төньяҡ Европа, Көньяҡ Европа, Латин Америкаһы һәм Кариб секторҙарына бүленгән. Ойошма 18 Совет ағзаһы тарафынан идара ителә, улар төрлө илдәрҙең милли секциялары вәкилдәре. Юғары идара органы булып Генераль Ассамблея һанала.

2012 йылдан CIOFF матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса ЮНЕСКО-ның акрредитацияланған партнеры һанала һәм Бөтә донъя буйынса халыҡ ижадының 300 халыҡ-ара фестивален берләштерә.

Бөтә донъя фольклориадаһы — ул CIOFF-тың дүрт йылға бер үткәрелеүсе төп сараһы, фольклор ижадының үҙенсәлекле олимпиадаһы, уның маҡсаты — традицион мәҙәниәтте һәм ауыҙ-тел ижадын үҫтереү. Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер үткәрелә. 14 көн дауамында төрлө илдәрҙең фольклор коллективтары үҙ-ара музыка, йыр-моң, һынлы сәнғәт, халыҡ кәсептәре, милли уйындар һәм йолалар аша аралаша, тәжрибә уртаҡлаша.

Тәүге фольклориада 1996 йылда Нидерландыла үтә һәм унда 51 ил ҡатнаша. 1997 йылды Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2000 йылды Халыҡ-ара донъя мәҙәниәте тип иғлан итә һәм икенсе фольклориада «Донъя мәҙәниәте менән ҡулға-ҡул тотоношоп» лозунгыһы аҫтында уҙғарыла. 2000 йылда ҙур сараны Япония ҡабул итә һәм унда 50 ил ҡатнаша. 2004 йылда фольклориаданы уҙғарыуҙы Венгрия үҙ иңдәренә ала, бында инде 72 ил килә, сығыштар һаны 228-ҙән аша, ә тамашасылар һаны 392680 кеше тип иҫәпләнә.

2008 йылда грипп эпидемияһы башланыу сәбәпле, Ҡытай сараны уҙғара алмай. 2012 йылда иһә Көньяҡ Кореяла 43 илдең ижади коллективы ҡатнаша, тамашасылар һаны 670813-кә етә. Сығыш яһаусылар иһә 735 була. Бишенсе Бөтә донъя фольклориадаһы 2016 йылда Мексиканың Закотекас ҡалаһында үткәрелә, бында 48 ил ҡатнашырға теләк белдерә.

Сараны уҙғарыу мәлендә бер көн ял итеү ҙә мотлаҡ шарт һанала:

- бер сығыш яһау урынынан икенсеһенә барып етеү ваҡыты ике сәғәттән артмаҫҡа тейеш;

- сығыш яһау урындары техник саралар, грим һалыу бүлмәләре, медицина персоналы, хәүефһеҙлек саралары менән йыһазландырылыуы мотлаҡ.

- фольклориадала ҡатнашыусылар Мәскәүгә (йәки Өфөгә) тиклем билеттарҙы үҙ иҫәбенә ала, бынан тыш улар багаж, музыкаль инструменттарҙы транспортировкалау сығымдарын да ҡаплай. Һәр ҡатнашыусының медицина страховкаһы булыуы мотлаҡ.

Бер илдән килгән делегация составы 16-нан 80 йәшкә тиклемге 35 кешенән артмаҫҡа тейеш, шул иҫәптә:

- CIOFF-тың бер делегаты;
- йәштәр хәрәкәтенән 1 делегат;
- 1 төркөм директоры;
- 2 ДПИ мастеры;,
- бейеүсе һәм музыканттар.

Һәр илдең ижади коллективы төп сәхнәлә сығыш өсөн:

- 5 минутлыҡ программа,
- муниципаль берәмектәрҙә сығыш яһау өсөн 30 минутлыҡ концерт программаһы,
- урам парадтарында ҡатнашыу өсөн 15-30 секундлыҡ бейеү элементы әҙерләргә бурыслы.

Тере аккомпанемент мотлаҡ, фонограмма менән сығыш яһау рөхсәт ителмәй.

   

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com