Болгария Республикаһы — розалар иле. Роза сәскәһе илдең символы һәм милли байлығы һанала. Был дәүләт Балкан ярымутрауында, Көньяҡ-көнсығыш Европала, Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан. Болгария элек-электән Европанан Яҡын Көнсығышҡа һәм Азияға үҙенсәлекле юл саты булды. Йомшаҡ ҡомло Ҡара диңгеҙ яры, киң тигеҙлектәр, йылғалар, Балкан тауҙары теҙмәһе илдең баһалап бөткөһөҙ байлығы ул. Болгария боронғо цивилизациялар һаҡсыһы, асылмаған тарихи серҙәр һандығы. Бында һәр ҡала, һәр ауыл берәй тарих йәки легенда һаҡлай, тәрән мәҙәни мираҫҡа эйә. Болгарҙар фольклоры, йыр һәм бейеүҙәре Балканда иң йөкмәткелеләрҙән һанала. Уның бөтә матурлығын, күп яҡлы элементтарын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Plamache» халыҡ бейеүҙәре ансамбле асасаҡ. Сағыу сығыштары менән дан алған коллектив болгар бейеүҙәрен, йыр һәм йола фольклорын популярлаштырыуҙы һәм һаҡлауҙы маҡсат иткән.
Өфө, «Фольклориада йөрәге» – «Торатау» Конгресс-холы амфитеатры
05.07.2021 18:00
VI Бөтә донъя фольклориадаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы 2021 йылдың 6 июлендә башлана
ПодробнееСтәрлетамаҡ ҡалаһы, Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында майҙан, Октябрь проспекты, 35
06.07.2021 13:00
VI Бөтә донъя фольклориадаһы Октябрьский ҡалаһы 2021 йылдың 7 июлендә башлана
ПодробнееОктябрьский ҡалаһы, Ленин исемендәге үҙәк майҙан, Ленин проспекты, 4
07.07.2021 16:00
VI Бөтә донъя фольклориадаһы Ҡырмыҫҡалы районы 2021 йылдың 8 июлендә башлана
ПодробнееҠырмыҫҡалы , «Аҡ күл» ял паркы
08.07.2021 15:00
Өфө , «Торатау» Конгресс-холының үрге майҙансығы
09.07.2021 14:00
Ил:
Болгария