Италия — донъялағы иң хисле илдәрҙең береһе. Бында тарих, төрлө эпохалар сағылышы, бай мәҙәни мираҫ, йолалар үҙенсәлекле итеп бергә үрелгән. Урта диңгеҙ буйында ҡабатланмаҫ географик биләмәлә урынлашҡан дәүләт Европа цивилизацияһының бишеге ул. Билдәле ғалимдар, иҫ киткес һәләтле рәссамдар йәшәгән, күп һанлы тарихи һәм иҫтәлекле урындары менән дан тотҡан Рим цивилизацияһы тап ошонда — Аппенин ярымутрауында барлыҡҡа килгән. Италияның иҫтәлекле урындары ЮНЕСКО-ның алтын фондын тәшкил итә. Зәп-зәңгәр диңгеҙ, асыҡ күк йөҙө, һушты алырлыҡ матур күлдәр, йәшеллеккә күмелгән тауҙар, боронғолоҡто һаҡлаған ҡәлғә ҡалдыҡтары был илде Ер шарының ҡабатланмаҫ гүзәл мөйөшөнә әйләндергән. Италияның бай һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Sbandieratori leone rampante di cori» фольклор коллективы күрһәтәсәк. Уларҙың сығышы нигеҙенә акробатик элементтар менән байытылған бейеүҙәр, байраҡтар тотоп башҡарылған алымдар, барабандар тауышы аҫтында дәртле хәрәкәттәр, төрлө музыка ҡорамалдары менән тулыландырылған сағыу көй-моңдар һалынған.
Ил:
Италия