Колумбия Республикаһы — мәңгелек йәй иле. Ул Көньяҡ Африканың төньяҡ-көнбайышында урын алған. Илдең баш ҡалаһы — Богота донъялағы иң ҙур өс ҡаланың береһе. Колумбия йыл дауамында ҡайнар тропик ҡояшы менән йылытылған иң эҫе дәүләт. Ике окенаға сыға уның сиктәре. Был илдә тәбиғи, тарихи һәйкәлдәр, заманса архитектура тупланған. Ап-аҡ ҡарлы түбәле тауҙар, шаулап аҡҡан тау йылғалары һәм шарлауыҡтар, һоҡланғыс пляждар, уңдырышлы үҙәндәр, тип-тигеҙ киңлектәр һәм. әлбиттә, джунглиҙар — былар барыһы ла Колумбияның таң ҡалдырғыс ҡиәфәтен билдәләй. Африка халыҡтарының ҡабатланмаҫ мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында Колумбияның «Carmen Lopez» бейеү коллективы күрһәтәсәк. Валье университетында булдырылған был бейеү төркөмө ошо ил халҡының фольклор һәм мәҙәниәтен туплап, уны үҙ биләмәһендә генә түгел, сит тарафтарҙа ла популярлаштыра. Коллектив АҠШ, Перу, Эквадор, Куба, Англия, Голландия, Германия, Франция, Италия, Швейцария, Бельгия, Греция, Болгария, Испания, Польшала уҙған халыҡ-ара фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһап, тамашасы һөйөүен яулаған.
Ил:
Колумбия