«Бәйләнештә» социаль селтәре Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми мәғлүмәт партнеры булараҡ билдәләнде

Социаль селтәрҙе ҡулланыусылар фестиваль яңылыҡтары менән ошо һылтанма аша https://vk.com/folkloriada2021 инеп, яңылыҡтар менән таныша ала. Фольклориада — ул үҙенсәлекле фольклор халыҡ-ара олимпиадаһы. Башҡортостандың баш ҡалаһы Ер шарының төрлө ҡитғаларының 43 дәүләтенән 1500-ҙән ашыу ҡунаҡ ҡабул итергә йыйына. Улар араһында бейеү, фольклор, милли ижад коллективтары, мәҙәни ассоциациялар, йәштәр мәҙәни үҙәктәре бар. Программала — «Фольклориада йөрәге» фестивале, CIOFF® матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара конференция, шулай уҡ 200 милләт вәкиле ҡатнашлығында иң ҙур дуҫлыҡ әйлән-бәйләне ойошторола һәм был сара Бөтә донъя рекордтар китабына индерелә.

Фестиваль концерттарында сит ил ҡунаҡтарынан тыш бөтә донъяла билдәле йондоҙҙар — Рәсәй халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина, «Русская песня» ансамбле, Кубан дәүләт академия казак хоры, Олена Уутай, «Вайнах» Чечен дәүләт бейеү ансамбле, йырсы Тина Кузнецова, Zventa Sventana фолк-проекты, Евровидениела ҡатнашҡан йырсы Манижа, Мәскәүҙән һоранйсылар ансамбле, Франциянан Plantec рок-төркөмө, Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок төркөмө, Рәсәйҙән The Hatters джипси-фолк-рок төркөмө, М. Е. Пятницкий исемендәге дәүләт халыҡ хоры, Сербиянан Эмир Кустурица &The No Smoking Orchestra сығыш яһаясаҡ. Халыҡ-ара фестиваль тамашасылары халыҡ кәсептәре оҫталары күргәҙмәһенә, «Бөтә донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» күргәҙмәһенә, «Бөтә донъя халыҡтары битлектәре» күргәҙмәһенә, оҫталыҡ дәрестәренә һәм халыҡ уйындарына шаһит буласаҡ. Фестиваль саралары Өфө менән генә сикләнмәй. Фольклориадала ҡтанашыусылар республиканың 22 муниципаль районына юл алып, шулай уҡ милли костюмдар парады менән уҙасаҡ, күргәҙмә, концерттар ҡуясаҡ. Бөтә майҙансыҡтар опен-эйр форматында асыҡ һауала эшләйәсәк. Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһында Өфөлә фольклориада байрағын киләһе йыл фестивалде ҡабул итәсәк ил вәкилдәренә тапшырыу ҡаралған.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com