VI Бөтә донъя фольклориадаһының өсөнсө көнө тамам

Күләмле фольклор фестивале дауам итә.

Бөгөн «Фольклориада йөрәге»ндә тамашасылар Болгария, Испания, Ҡаҙағстан һәм Колумбия артистарының сығышын ҡарай. Фестиваль хедлайнерҙары — йырсы Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana фолк проекты. «Фольклориада һуңғы осорҙа булған иң яҡшы сара. Донъяла пандемия арҡаһында барған ығы-зығы араһында ошондай позитив байрам үткәрелеүе бигерәк ҡыуаныслы. Күп ҡырлы мәҙәниәт өлгөләре алып килгән төрлө илдәр вәкилдәре йырҙары, бейеүҙәре аша үҙ халҡы тураһында иң сағыу мәғлүмәт еткерә», — тине йырсы.

Zventa Sventana фолк проекты фольклорҙы бөгөнгө заман тыңлаусыһына аңлайышлы итеп байыта. 19-сы һәм 20-се быуат этнографтары йыйған халыҡ ижады өлгөләре уларҙың репертуарында яңыса яңғырай. Йәғни халыҡ фольклорына бейеү электроникаһы, хип-хоп, инди-поп алымдары ҡушыла. Сәхнәлә шулай уҡ Ырымбур дәүләт рус академия халыҡ хоры сығыш яһай. Алдағы көндә ҙур сәхнәлә Польша, Панама, Италия һәм Башҡортостандың ижади коллективтары концерт тәҡдим итте. «Барыһы ла оҡшаны. Өфө лә, уның халҡы ла күңелебеҙгә ятты, сәхнә бик профессиональ әҙерләнгән һәм беҙ һәр сығышты көтөп алабыҙ», — ти «Мистковяне» фольклор коллективы ағзалары. Концерт номерҙары «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында 10 июлгә хәтлем бара. Расписание менән мобиль гидта танышырға була: https://folkloriada.online

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com