VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейында бер юлы ике крүгәҙмә асылды

Бөгөн, 4 июлдә, Башҡортостандың Милли музейында бер юлы ике күргәҙмә үҙ эшен башланы: «Бөтә донъя халыҡтары битлектәре» һәм «Бөтә донъя халыҡтарының музыка ҡорамалдары» халыҡ-ара күргәҙмәләре ул. Күргәҙмәләрҙе асыу тантанаһында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова: «Бөтә донъя фольклориадаһы — халыҡтар дуҫлығы, традицияларҙы һәм йолаларҙы һаҡлау символы ул. Бөгөн беҙ төрлө илдәр халыҡтарының мәҙәниәте менән яҡындан танышабыҙ. Һәр экспозиция үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен сағылдыра. Музыка ҡорамалдары уларҙың рухын, күңел торошон асып бирә, тимәк был инструменттан көй ағылдағанда, беҙ шул халыҡтың күңелен тоябыҙ», — тине. Тантанала шулай уҡ CIOFF президенты Филипп Боссан, CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, Василий Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, CIOFF® Рәсәй милли секцияһының яуаплы секретары, CIOFF® комитеты ағзаһы Андрей Беляев, CIOFF® Комитетының мәҙәниәт буйынса рәйесе Монике Томингас ҡатнашты. Битлектәр күргәҙмәһендә VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусылары алып килгән 24 уникаль экспонатты күрергә мөмкин ине. Улар араһында үҙҙәренең ҡыҙыҡлы йолалары менән айырылып торған Камерун, Коста-Рика, Чили, Эквадор, Эстония, Доминикана кеүек илдәр бар. Күргәҙмәне ҡараусылар уларҙың килеп сығыу тарихы менән дә таныша алды. Һәр экспонатҡа уның тураһында һүрәтләмә яҙылған. Мәҫәлән, Чилиҙан килтерелгән коллон битлеге ағастан яһала һәм тупраҡ, таштар һәм кеше сәстәре ярҙамында биҙәлә, көмөш элементтар ҙа ҡулланыла. Телеко битлеге һөт ағасынан ҡырҡып эшләнә һәм дини бейеү мәлендә кейелә. Был битлек төрлө зәхмәттән, сирҙәрҙән һаҡлай тип ышаналар. Музейҙа Эстония һәм Греция оҫталары оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте.

«Бөтә донъя халыҡтарының музыка ҡорамалдары» фотокүргәҙмәһендә 34 инструмент: гадулка, чаранго, сасанду, комуз, тамборес-де-бомба, альпхори, балалайка, ҡурай фотоларын күрергә мөмкин ине. Был музыка ҡорамалдарын Пуэрто-Рика, Индонезия, Германия, Боливия, Ҡырғыҙстан, Болгария һәм башҡа илдәр вәкилдәре тәҡдим итте. Күргәҙмәне таныштырыу дүрт телдә — инглизса, русса, испанса һәм французса бара. Музыка ҡорамалы фотоһүрәте аҫтына уның килеп сығыу тарихы, һүрәтләмәһе яҙылған.

Күргәҙмәләр 5-нән 9 июлгә тиклем БР Милли музейында Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14 адресы буйынса эшләй. Инеү бушлай. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com