Индонезиянан киләсәк коллектив билдәле булды

Индонезиянан киләсәк коллектив билдәле булды
Индонезия — экватор янында урынлашҡан экзотик ил. Континенталь Азия ярҙары
буйлап һибелгән хозур утрауҙар теҙмәһе ул. Һәм улар ике океан — Һинд һәм Тымыҡ
океан киҫелешендә матур урынды биләй. Йыш ҡына Индонезияны «меңәрләгән утрауҙар
иле» тип тә йөрөтәләр, сөнки ул Ер шарындағы иң күп утраулы дәүләт. Шулай ҙа был
утрауҙарҙың яртыһында ғына кеше йәшәй. Нигеҙҙә Суматра, Калимантан, Сулавеси, Яңы
Гвинея, Ява утрауҙарының бер өлөшөн халыҡ төйәк иткән.
 
Һуғылған туҡымаға оҡшаш киң дөгө баҫыуҙары, кокос пальмалары, зәңгәрһыу
пляждар, тропик баҡсалар, һирәк осраусы йәнлек һәм үҫемлектәр — былар барыһы ла
Индонезияның йөҙөн билдәләй. Был ил мәҙәни тарихҡа бай, йыш ҡына сағыу фестиваль
һәм милли тантаналар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе ойошторола. Иң талапсан туристар ҙа
Индонезияла һоҡланғыс урындар таба ала. Ә иң популяр курорт тип Бали утрауындағы
пляждар һанала.
 
VI Бөтә донъя фольклориадаһында үҙенсәлекле утрауҙар илен һәм уның экзотик
мәҙәниәтен Двипантара фольклор коллективы күрһәтәсәк. Биҙәкле һәм күҙ
ҡамаштырырлыҡ костюмдар, тәрән һәм илаһи музыка, дәртле бейеү һәм халыҡ театры
күренештәре был ил тураһында онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырасаҡ.
 
Өфө ҡалаһы алдында мөһим бурыс тора — инфраструктура мәсьәләләрен яйға һалыу,
ҡаланы төҙөкләндереү, хәүефһеҙлек һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итеү, шулай
уҡ фестиваль барышында экскурсия маршруттарын булдырыу, майҙансыҡтарҙа сауҙа
нөктәләрен урынлаштырыу.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com