31 мартта Фольклориаданың төп сәхнәһе эшен ойоштороу буйынса эшлекле осрашыу үтте

2021 йылдың 31 мартында Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Росконцерт» ФГБУК-һы генераль директоры Андрей Малышев, В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто ФГБУК-һы директоры Тамара Пуртова менән осрашты. Эшлекле осрашыуҙа шулай уҡ В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто ФГБУК-һы директоры урынбаҫары Андрей Беляев, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Айҙар Зөбәйҙуллин һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков ҡатнашты. Һөйләшеү барышында «Торатау» Конгресс-холы амфитеатры майҙансығында 4-нән 10 июлгә хәтлем эшләйәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһының төп сәхнәһе — «Фольклориада йөрәге»нең эшен ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Билдәле хэдлайнерҙар, этно-музыка менән шөғөлләнеүсе донъя йондоҙҙары сығышы ҡаралған программа булдырылды, шулай уҡ майҙансыҡты йыһазландырыу буйынса техник һорауҙар тикшерелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 2021 йылдың 3 июленән 10 июленә тиклем уҙғарыласаҡ. Фестиваль Өфө ҡалаһынан тыш, 35 муниципалитетта ойошторолған концерт майҙансыҡтарында барасаҡ.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com