Фольклориада волонтер-тәржемәселәре һәм кураторҙарының кәңәшмәһе уҙҙы
20.05.2021
20 майҙа VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы илдәр кураторҙары һәм
ирекмән-тәржемәселәрҙең эшлекле кәңәшмәһе үткәрелде.
Уның эшендә республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина,
Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, «Мәҙәниәт
ирекмәндәре» йәмәғәт ойошмаһы координаторы Лира Волкова ҡатнашты.
Осрашыуҙа кураторҙарҙы һәм ирекмәндәрҙе уҡытыу мәсьәләһе күтәрелде, уларҙың
Башҡортостан йөҙөн билдәләүҙә мөһим роле билдәләнде.