Израилдән киләсәк коллектив билдәле

Израилдән киләсәк коллектив билдәле
Израиль дәүләте — дүрт диңгеҙ ярын биләгән әкиәти ил. Көнсығыш серлелеге бында
көнбайыш прагматизмы менән, боронғо храмдар заманса архитектура менән, мөһабәт ҡом
бархандары күҙ яуын алырлыҡ диңгеҙ һыуҙары менән үрелә. Израиль ярҙарын Урта,
Ҡыҙыл, Үле һәм Галилей диңгеҙҙәре һыуҙары йыуа. Уларҙың һәр береһе үҙенсә матур.
Израилдәге кеүек тарихи урындар башҡа бер дәүләттә лә юҡ, был мәҙәни объекттар
табыныу, зыярат ҡылыу урындары һанала. Изге баш ҡалаһы Иерусалим өс мең быуаттан
ашыу тарих, ҡанлы, шанлы хәтирәләр һаҡлай. Легендар Иордан йылғаһы, илдең яртыһын
биләгән сүллектәр ҙә тәбиғәт һәйкәлдәре иҫәбендә. Сүллектәрҙә генә лә әллә күпме
археологик һәйкәл табырға мөмкин.
 
Израилдең быуаттар дауамында формалашҡан үҙенсәлекле мәҙәниәтен Бөтә донъя
фольклориадаһында «Халлелуя» бейеү коллективы күрһәтеп, мәҙәни колоритын асасаҡ.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com