14 майҙа Өфөлә «Бөтә донъя фольклориадаһына 50 көн» кирегә һанау майҙанын асыу тантанаһы үтте

14 майҙа Өфөлә «Бөтә донъя фольклориадаһына 50 көн» кирегә һанау майҙанын асыу тантанаһы үтте
VI Бөтә донъя фольклориадаһына 50 көн ҡалыу датаһын баш ҡалала киң
билдәләнеләр.
 
Байрам сараһы ҙур авиация шоуы менән башланды. Өс самолет Өфө ҡалаһы өҫтөнән
осоп үткәс, парашютсылар Рәсәй, Башҡортостан һәм Бөтә донъя фольклориадаһы
әләмдәрен елберләтеп, самолеттан һикерҙе һәм фестиваль көнөн билдәләгән арт-объект
янына килеп төштө. Артабан сәхнәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, РФ
мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, CIOFF Президенты Филлип Боссан, Бөтә
донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса комитет рәйесе Алехандро Амачо,
республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова күтәрелде һәм Фольклориада
символы — бер нисә ҡурсаҡтан торған һәм башҡорт милли кейемендә төшөрөлгән
матрешканы йыйҙы.
 
Сара һуңында ҡунаҡтарҙы VI Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе, Рәсәй
Федерацияһының халыҡ артисы, «Русская песня» театры етәксеһе Надежда Бабкина
ҡатнашлығында зауыҡлы концерт көтә ине. Сәхнәлә шулай уҡ «Мираҫ» бейеү һәм йыр
ансамбле, «Узорица», «Арғымаҡ» төркөмдәре, «Йәшлек-шоу — 2020» йәштәр фестивале
солистары һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсылары сығыш яһаны.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com