«Ағиҙел» берекмәһе Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан 2000 матрешка етештерәсәк

«Ағиҙел» берекмәһе Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан 2000 матрешка етештерәсәк
 Фольклориадаға   башҡорт   милли   кейемендәге   2000-дән   ашыу   ағас   ҡурсаҡ
әҙерләйҙәр.
 
«Ағиҙел» халыҡ кәсептәре берекмәһе Фольклориадаға матрешкалар эшләүҙең осона
сығып   бара.  Сувенирҙарҙың   үҙенсәлеге  —  матрешкаларҙың   күбеһе   башҡорт   милли
кейемендә.  Шулай  уҡ   эпос   геройҙарын  –  батырҙарҙы  һынландырған  матрешкалар  ҙа
буласаҡ.
 
Башҡорт милли кейеменең өлгөһө итеп Дим башҡорттарыныҡын  һайлағандар. Быны
тәңкәләргә,   уҡаларға   бай   еләндән   танып   була.  Ҡашмауға  мәрйендән  өсмөйөш   йәки
ромбтар рәүешендә  Урал тауҙарының символикаһы сигелә.
 
Башҡорт кейемендәге матрешкаларҙы етештереү уйы осраҡлы тыумаған. Матрешка –
Рәсәйҙе кәүҙәләндергән  иң киң таралған сувенир. Был ағас ҡурсаҡтар халыҡтың  рухи-
эстетик донъяһын сағылдыра, мәҙәни-ағартыу  ролен үтәй.
 
«Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме бер төрлө генә түгел. Ул шартлы рәүештә
ете   төргә   бүленә.   Матрешкаларҙы   төрлө   костюмдарға   «кейендерер»  өсөн   төрлө
райондарҙа булырға тура килде», — ти этнодизайнер Мира Дәүләтова.
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com