Польшаны күрһәтәсәк коллектив

Польшаны күрһәтәсәк коллектив
Польша — Европаның үҙәгендә урынлашҡан тарихи дәүләт. Көнбайыштан —
Германия, көньяҡтан — Чехия һәм Словакия, көнсығыштан Литва, Белоруссия һәм
Украина, төньяҡ-көнсығыштан Калининград өлкәһе менән сиктәш. Польшала тәбиғәт яңы
тыуған сабый кеүек саф — бөҙрә, ҡупшы ҡарағайҙар, милли парктар, Балтик диңгеҙе
курорттары, тоҙло диңгеҙ тулҡындары, йомшаҡ ҡомло ярҙар, мөғжизәле Урта быуат
замоктары, тарихи һәйкәлдәр...
 
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа төшөлгән Иҫке Варшава ҡалаһы ЮНЕСКО Бөтә донъя
мираҫы исемлегенә индерелгән, шулай уҡ илдең элекке баш ҡалаһы Краков Урта быуат
архитектураһына үҙенсәлекле һәйкәл һәм эре туристик үҙәк һанала.
 
VI Бөтә донъя фольклориадаһында Польшаны «Мистковяне» фольклор коллективы
күрһәтәсәк. 1984 йылда Мистков ҡалаһында нигеҙ һалынған был ансамбль күп төрлө
музыкаль инструменттар оҙатыуында традицион йырҙар, этник бейеүҙәр тупланған бай
репертуарға эйә. Ул беҙгә поляктар мәҙәниәтен бөтә тәрәнлегендә асып, Европа
мәҙәниәтенә икенсе күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирәсәк.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com