Өфөлә CIOFF ® VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы уҙҙы.

Өфөлә CIOFF ® VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы уҙҙы.

Сара 3 июлдә "Өфө-Арена" боҙ һарайында ойошторолдо. Унда донъяның 37 иленән килгән 1100 артист ҡатнашты. Тамаша бер нисә мәғәнәүи өлөшкә бүленде һәм ер, рух һәм фольклорға арналды. Тамашасылар "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы геройҙары менән бергә башҡорт халҡының донъя барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгөһөнә тиклем тарихын байҡаны. Улар Ай һә Ҡояш, Ғаләм барлыҡҡа килеүен, арыҫланға атланған Урал батырҙың дейеүҙәрҙе еңеп, тау-тау өйөп һалыуын ҡараны. "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!" тигән оран бар донъяға яңғыраны. Әйткәндәй, Урал батыр образын Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин сағылдырҙы.
Тамаша барышында шулай уҡ фольклориаданың гимны тәүге тапҡыр яңғыраны. Уны Рәсәй йырсыһы Марина Девятова һәм РФ-ның атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы Асҡар Абдразаков башҡарҙы. Асыу тантанаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, Кубань казак хор ансамбле һәм республиканың башҡа фольклор коллективтары ҡатнашты.
Тантананың рәсми өлөшөндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙеләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, CIOFF президенты Филипп Боссан сығыш яһаны. Шуны ла әйтергә кәрәк, Филипп Боссан сығышының аҙағында башҡортса телмәр тотто.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com