CIOFF VI Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышы үтте

CIOFF VI Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышы үтте
24 майҙа видеоконференция режимында РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна
Голикова 2021 йылдың 3 июленән 10 июленә тиклем Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя
фольклориадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе. Был
кәңәшмәлә статс-секретарь — Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Алла Манилова,
Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров,
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республиканың
мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡалар ҡатнашты.
 
Осрашыу барышында улар ойоштороу мәсьәләләрен ҡараны һәм сараны әҙерләү
планын раҫланы. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау — төп һорауҙарҙың
береһе булды. Башҡортостан Башлығы республика фольклориаданы үткәреү буйынса төп
әҙерлек һыҙығына яҡынлашты тип билдәләне.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com