Башҡортостан Башлығы CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүҙең яңы даталарын тәҡдим итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара Советына VI Бөтә донъя фольклориадаһын 2021 йылдың 3 – 10 июлендә үткәрергә тәҡдим итте. Фестивалдә ҡатнашыусылар Өфөгә 2 июлдә килеп, сараны ябыу тантанаһынан һуң, 11 июлдә кире ҡайтасаҡтар, тип планлаштырыла.

Белеүегеҙсә, CIOFF® Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Тиҫтәләгән илдең фольклор коллективтары майҙансыҡтарҙа үҙҙәренең традициялары менән бейеү, музыка, ҡул эштәре һәм халыҡ уйындары аша таныштыра. VI Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл Башҡортостанда июлдең икенсе яртыһында үтергә тейеш ине, әммә апрель башында барлыҡҡа килгән коронавирус пандемияһына бәйле, башҡа ҙур халыҡ-ара форумдар кеүек,  ул да 2021 йылға күсерелде.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com