CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы
 
50-нән ашыу илдән 1500-гә я ын артист атнашаса Баш ортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында. Быға тиклем халы -ара фольклор фестивале Голландияла, Японияла, Венгрияла, Көнья Кореяла, Мексикала үтте. VI Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороусылар булып Фольклор фестивалдәре һәм халы сәнғәте сараларын ойоштороу буйынса халы -ара совет — матди булмаған мира ты һа лау эшендә ЮНЕСКО-ның партнеры сығыш яһай.
 
Бөтә донъя фольклориадаһын рәсми рәүештә асыу тантанаһы Өфөлә 3 июлдә була. Иртәгәһенә, 4 июлдә фестивалдең төп сәхнәһен — «Фольклориада йөрәге»н асыу планлаштырыла. Көн һайын концерттар фольклориада атнашыусылар сығыштары менән асыласа һәм бөтә донъяла билдәле артистарҙың концерт номерҙары менән тамамланасаҡ.
 
Улар араһында музыкант Эмир Кустурица, «Русская песня» ансамбле һәм Надежда Бабкина, йырсы Манижа кеүек исемдәр бар.
 
Ошо уҡ көндө — 4 июлдә урам буйлап «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрына тиклем фестивалдә ҡатнашыусылар парады һәм донъялағы иң ҙур дуҫлыҡ әйлән-бәйләне ойошторола. Был әйлән-бәйлән Ер шары тарихында иң күп милләт вәкилдәрен берләштергән бейеү кеүек рекорд булып таныласаҡ.
 
Фестиваль программаһы бөтә Башҡортостанды урап сығып, 22 муниципалитетта ла үтәсәк. 5 июлдә ҡатнашыусылар округтар буйлап юлға сыға. Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы фестивалдең төп сәхнәһендә 2021 йылдың 10 июлендә уҙа.
 
Был тантана барышында фольклориада флагы эстафета рәүешендә киләһе фестивалде үткәрәсәк илгә тапшырыла.
 
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө юғары кимәлдәге мәҙәни һәм иҡтисади сараларҙы үткәреү үҙәге булараҡ дан алды. Бында төрлө йылдарҙа ШОС һәм БРИКС саммиттары, Рәсәй ҡалалары союздары форумы, Халыҡ -ара балалар уйындары, «Евразия йөрәге» халыҡ -ара сәнғәт фестивале, йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Бөтә донъя чемпионаты, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Европа чемпионаты, UrbanБайрам төҙөлөш форумы, Урбанистика буйынса халыҡ -ара форум һәм башҡа донъяуи саралар лайыҡлы үткәрелде.

 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com