Өфөлә «Торатау» Конгресс-холы алдындағы майҙанда ҙур концерт сәхнәһе «Фольклориада йөрәге»н ҡороу бара Сәхнә конструкциялары махсус ағастарҙан эшләнә

Бындай төр ағастарҙы ваҡытлыса йорттар, күперҙәр, караптарҙы ремонтлау өсөн йөҙөүсе доктар, самолет ангарҙары эшләгәндә ҡулланалар.

Ошондай конструкция яңыраҡ Волгоградтағы Ватан-әсә һәйкәлен төҙөклөндереү мәлендә лә файҙаланылды. Бөтә Олимпия уйындары партнеры — «Clay Paky» итальян компанияһы яҡтылыҡ ҡоролмалары ҡуя. Компания вәкиле белдереүенсә, өфөлөләрҙе фольклориада көндәрендә ҙур яҡтылыҡ шоуы көтә. Сәхнәнең ике яғына тура трансляциялар өсөн ҙур экрандар ҡуйыла. 30 июндә сәхнә баннерҙар, туҡымалар менән биҙәлде. — Был конструкцияла күп һанлы коллективтар сығыш яһай ала, ә белеүебеҙсә ҡайһы бер илдәр ансамблдәре составында 70-тән ашыу кеше бар, — тип һөйләй «Визард» компанияһының техник директоры Алексей Марасанов. — Тамашасылар менән аралашырға яратҡан артистар өсөн партерға сәхнәнән сығыу урындары ла була. Фестивалдең һәр ҡунағы донъя кимәлендәге музыканы тыңлай алһын өсөн ҡеүәтле акустик системаны Рәсәй белгестәре урынлаштыра. Финал көнө — 10 июлдә сағыу лазер һәм мультмиедиа шоуы көтөлә.

Ә концерт башланмаҫ элек авиашоу ойошторола, унда ниндәй пилотаж төркөмдәре ҡатнашыуы әлегә сер итеп тотола. Алексей Марасанов һүҙҙәренә ҡарағанда республиканың баш ҡалаһына иң шәп белегстәр ебәрелгән, улар — ҙур халыҡ-ара фестивалде хеҙмәтләндергән тәжрибәле оҫталар һәм Бөтә донъя фольклориадаһы иң юғары кимәлдә үтһен өсөн бөтә тырышлығын һаласаҡтар. Сара яңылыҡтары менән «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/folkloriada2021 танышырға мөмкин.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com