Өфөлә халыҡ кәсептәре һәм ҡул эштәренең халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

«Фольклориада йөрәге» — ошондай исем аҫтында Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә халыҡ-ара күргәҙмә эшләй.

«Кисә беҙ Башҡортостан 40 ил вәкилдәре өсөн әҙерләгән һоҡланғыс шоу-тамашаға шаһит булдыҡ. Бөгөн тағы милли кейемдәр парадын ҡарарға яҙҙы. Пандемия шарттарында ошондай ныҡлы дуҫлыҡ күпере булдыра алыу — тик маҡтауға лайыҡ. Бөгөн, иртәгә һәм мәңге — беҙ бергә», — тине сараны асыу тантанаһында Фольклор фестивалдәрен әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса CIOFF халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан. «Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе халыҡ мәҙәниәтен күрһәтеүҙә иң ҡатмарлы программа ул, сөнки йыр, бейеүҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға мөмкин, ә күргәҙмәлә һатып алған ҡул эштәре оҙаҡ йылдар дауамында был ил һәм ошо мәртәбәле байрам тураһында иҫләтеп торасаҡ», — тине В. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова. Күргәҙмәне асыуҙа республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина, Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса комитет рәйесе Алехандро Камачо Гонсалес ҡатнашты. Күргәҙмәлә 19 ил кәсепселәренең һәм ҡул эштәре оҫталарының эштәре ҡуйылған.

Бынан тыш өфөнөң 39 предприятие, ойошмаһы һәм шәхси эшҡыуары сувенир продукцияһы тәҡдим итә. Улар араһында милли костюмдар, бал, биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре һәм башҡалар бар. Йәрминкә ҡунаҡтары был сувенирҙарҙың нисек яһалыуын үҙ күҙҙәре менән күрә алды, йәғни оҫталыҡ дәрестәренә шаһит булды. Мәҫәлән, уларға ҡурай һәм ҡумыҙҙың нисек яһалыуын күрһәттеләр. Оҫталар шулай уҡ кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, ағас һырлау серҙәрен асып һалды.

Күргәҙмә 10 июлгә тиклем эшләй. 

ФОТО: Рамиль Нафиков.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com