Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһы. Алтынсы көн

8 июлдә тамашасылар Камерундан килгән артистарҙың сығышына шаһит булды.

Уларҙың сығышы бер ҡайҙа ла ҡабатланмаған, онотолмаҫ милли костюмдары менән иҫтә ҡалды: йөҙөнә ағас битлек кейгән алла бәндәһе, йөнтәҫ ғифрит, йөндән бәйләнгән битлек кейгән ҙур ҡолаҡлы кеше һәм башҡалар...

Ансамбль ағзаһы Эсва Фиделис әйтеүенсә, бындай костюмдар Камерунда мөһим байрамдарҙа ҡулланыла. Кискеһен «Фольклориада йөрәге»ндә Үзбәкстан, Мексика һәм Польшанан килгән коллективтар сығыш яһаны. Уларҙың сағыу костюмдарын, дәртле бейеүҙәрен тамашасылар ихлас алҡышланы. Үзбәкстан Республикаһын халыҡ-ара фестивалдә «Айҡолаш» Ҡарағалпаҡ милли ансамбле күрһәтте. Ҡаҙағстандан килгән «Ulytau» этно-рок төркөмө фестивалдең махсус ҡунағы булды. Был төркөм 20 йыл элек ойошторола һәм халыҡ моңдарын, думбырала уйнау оҫталығын, ҡаҙаҡтарҙың боронғо мәҙәниәтен йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Программала төркөм яңы йырҙарын башҡарҙы, элекке, иң популярҙарын да ишеттерҙе. Сығанаҡ: «Культурный мир Башкортостана».

Фото: Рамил Нафиҡов. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com