Өфөлә фестивалдең төп майҙансығы — «Фольклориада йөрәге» асылды

Өфөлә фестивалдең төп майҙансығы — «Фольклориада йөрәге» асылды. Концертты алып барыусылар Александр Олешко һәм Гөлмира Исмәғилева

Ҡунаҡтарға ҡотлау сәләмен Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова еткерҙе: «Ҡунаҡсыл башҡорт халҡы, бай тәбиғәтле Башҡортостан ере бөтә ҡатнашыусыларҙа онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырасаҡ. Сәнғәт кешеләрҙе берләштерә. Һәм ошо фестиваль дә дәүләт-ара мәҙәни хеҙмәттәшлеккә нигеҙ буласаҡ», — тине ул. Алып барыусылар шулай сит илдәр эштәре министры Сергей Лавровтың ҡотлау сәләмен ишеттерҙе: «Донъяуи сара — үҙенсәлекле мәҙәниәт Олимпиадаһы ул. Фестиваль халыҡ-ара, милләт-ара хеҙмәттәшлеккә, йолаларҙы һаҡлауға ҙур этәргес булыр», — тиелә ине унда. Өфөлөләр был көндө Австрия, Әзербайжан, Беларусь, Бенин, Болгария, Чили, Греция, Венгрия, Һиндостан — 20 ил колективының сығыштарын күҙәтте. Венгрия коллективы башҡорт халыҡ йыры «Ҡарабай»ҙы башҡарып оло бүләк яһаны.

Концерт хедлайнерҙары — Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина, «Русская песня» ансамбле, «Вайнах» Чечен дәүләт бейеү ансамбле, Кубань казак хоры, өзләү оҫтаһы, йырсы һәм композитор Олена Уутай. 

ФОТО: Рамиль Нафиков

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com