Өфөлә CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыуға арналған почта штемпелен баҫыу сараһы үтте

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы барышында «Өфө-Арена» боҙ һарайында фестиваль эмблемаһы төшөрөлгән коверттарға почта штемпелен ҡуйыу үтте.

Сарала Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойоштороусылары советы президенты Филипп Боссан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйына федерация советы комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты. Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан фестиваль эмблемаһы менән махсус почта штемпеле сығарылғайны. Ошондай уҡ эмблема почта конвертында ла төшөрөлдө. Штемпелдең тәүге оттискыларын Радий Хәбиров, Филипп Боссан һәм Лиилә Ғүмәрова ҡуйҙы.

Тантанала ҡатнашыусылар ошонда уҡ, «Өфө-Арена»нан фольклориада эмблемаһы һәм штемпеле ҡуйылған конверттарҙы Ер шарының теләгән бер төбәгенә ебәреү мөмкинлегенә эйә булды. Әйткәйндәй, махсус штемпелле был конвертты 3-нән 10 июлгә хәтлем генә, йәғни Фольклориада барышында ғына ебәреү мөмкин. Бындай эмблемалы конверттар һирәк сығарыла, шуға ваҡиға филателистар иғтибарын йәлеп итте һәм коллекция йыйыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Бөтә донъя фольклориадаһы эмблемаһы төшөрлөгән конверттың тиражы — 500 мең дана һәм уларҙы почта бүлексәләрендә табырға мөмкин. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com