Өфөлә CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ирекмәндәрен уҡытыу үтте «Торатау»

Өфөлә CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ирекмәндәрен уҡытыу үтте «Торатау»

Конгресс-холында ошо көндәрҙә «Фольклориада – 2021 ирекмәндәрен үҫтереү трекы» тип исемләнгән Фольклориада ирекмәндәрен уҡытыу сараһы ойошторолдо. Унда Өфөләге майҙансыҡтарҙа, аэропортта, ҡунаҡханаларҙа эшләйәсәк 350-гә яҡын кеше ҡатнашты. Улар араһында 22 муниципаль берәмектән ирекмәндәр координаторҙары, медиаирекмәндәр һәм тәржемәсе ирекмәндәр ҙә булды. Төп составты БДПУ, БДУ һәм ӨДАТУ ирекмәндәре тәшкил итә. Ҡатнашыусыларға Бөтә донъя фольклориадаһы һәм уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр. Улар үҙ-ара танышты, аралашты һәм ирекмәнлек эшен яҡшыртыу тураһында фекер алышты. Форумдың иң мөһим темаһы «Мәҙәни-ара диалог нигеҙҙәре» булды һәм унда әңгәмә ҡорорға өйрәнделәр. CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 3-нән 10 июлгә хәтлем үтәсәк. Ирекмәндәр фестиваль барышында фольклориада ҡунаҡтарын бөтә республика буйлап оҙатып йөрөйәсәк. Бынан тыш улар ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, ҡатнашыусыларға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү өсөн яуаплы.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com