Өфөлә 8 июлдә үтәсәк саралар планы

Өфөлә 8 июлдә үтәсәк саралар планы:

  1. Башҡортостан Республикаһы Милли музейында 9 июлгә хәтлем көн һайын 11-ҙән 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем күргәҙмә эшләй. Инеү бушлай.
  2. Көн һайын 11-ҙән 19 сәғәткә тиклем Салауат Юлаев майҙанының автомобилдәр туҡталҡаһында халыҡ кәсептәре һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе.
  3. Башҡортостандың ижади коллективтары ҡатнашлығында фестивалдең үрге майҙансығында концерт программаһы.
  4. Төп майҙансыҡ – амфитеатрҙа Индонезия, Польша, Мексиканың фольклор коллективтары ҡатнашлығында концерт программаһы. Башлана 18 сәғәттә.

 

Райондарҙа фестиваль программаһы:

  1. Ҡырмыҫҡалы районында 15 сәғәттә («Аҡкүл» мәҙәни ял паркы).
  2. Ауырғазы районында 15 сәғәттә (Толбазы ауылы, Ленин урамы, 113, район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан).
  3. Асҡын районында 16 сәғәттә (Асҡын ауылы, Пионер урамы, 7, район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан).
  4. Нефтекама ҡалаһында 15 сәғәттә (Нефтекама ҡалаһы, Ленин урамы, 19, ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһе).
  5. Сибай ҡалаһында 14 сәғәттә (Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 15/1, «Зауралье» сауҙа үҙәге алдындағы майҙан). 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com