Өфөгә CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһының ҡатнашыусылары менән беренсе рейс килде

1 июлдә иртәнсәк баш ҡала аэропортына CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары — Панама, Һиндостан, Боливия, АҠШ, Мексика, Перу һәм Парагвай вәкилдәре килде.
Уларҙы аэропортта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, «Һылыуҡай» студияһы ҡыҙҙары милли кейемдәрҙә һәм сәк-сәк менән ҡаршыланы. Самолеттан төшөүселәрҙең ПЦР-тест булған белешмәләре тикшерелде, тән температураһы үлсәнде. 30 июндә Мәскәүҙең өс аэропорты терминалдары фольклориадала сығыш яһаясаҡ ижади коллективтарҙы ҡабул итте.
 
Сара яңылыҡтары менән «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/folkloriada2021 танышырға мөмкин. 
 
ФОТО: ИА "Башинформ", Валерий Шахов.
 
 
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com