Әминә Шафиҡова эстафетаны Филипп Боссанға тапшырҙы

Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы сиктәрендә Фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса халыҡ-ара совет президенты Филипп Боссан киләсәк быуынға мөрәжәғәт яҙылған һәм милли символдар менән тултырылған ваҡыт капсулаларын Донъя ағасына һалды.

Был капсула ла Башҡортостан Милли музейында һаҡланасаҡ һәм 10 йылдан һуң ғына асыласаҡ. Тағы бер капсула киләһе фольклориаданы ойоштороусыларға тапшырыла. БР Башлығы исеменән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова СИОФФ Президенты Филипп Боссанды һәм В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртованы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы. 

 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com