Үзбәкстан CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһына 65 йыллыҡ тарихы булған ансамбль менән киләсәк

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһындә Үзбәкстан исеменән «Айҡолаш» Ҡарағалпаҡ дәүләт милли фольклор ансамбле сығыш яһай. Коллектив 1956 йылда Бердах исемендәге дәүләт филармонияһы базаһында булдырыла. Бына инде 50 йылдан ашыу уны Үзбәкстандың, Ҡарағалпаҡстандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Полат Мадреймов етәкләй. Уның «Айҡолаш», «Анғалаҡ», «Шабандозлар», «Балыҡшылар», «Алты кыз» фольклор постановкалары бөтә донъя тамашасыһына таныш.

Ансамбль репертуарында йөҙләгән сағыу тамаша, шул иҫәптән төрлө халыҡтар бейеүҙәре бар. Фольклориада мәлендә Үзбәкстан вәкилдәре ҡарағалпаҡ музыкаһын менән таныштыра (ҡарағалпаҡтар – Хивин оазисында һәм Ферганала йәшәүсе халыҡ). Күп ҡырлы мәҙәниәт өзләү, һығылмалы бейеү, дәртле ритм кеүек элементтарҙа сағыла. Фольклориада мәлендә ҡунаҡтар Төньяҡ фестиваль округына бара. 5 июлдә улар Мишкә, 6 июлдә — Ҡариҙел, 7 июлдә — Борай, 8 июлдә Асҡын райондарына сығыш яһай. CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы 3-нән 10 июлгә тиклем Башҡортостанда үтә. Фестивалде асыу тантанаһын 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында ҡарарға мөмкин.

Сара яңылыҡтары менән «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/folkloriada2021 танышырға мөмкин.

 

 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com