«Өфө» халыҡ-ара аэропортында Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ведомство-ара күнекмә үтте

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ведомство-ара күнекмә үтте

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында Роспотребнадзор идаралығының һәм аэропорт хеҙмәтенең күнекм. Уның маҡсаты — баш ҡалаға килгән самолет бортында инфекциялы сирле булған осраҡта ошо хеҙмәттәрҙең әҙерлеген тикшереү ине. Күнекмәлә санитар-карантин пункты, һауа судноларын хеҙмәтләндереү белгестәре, авиация хәүефһеҙлеге тәьминәте, медиктар ҡатнашты. Сара ысынбарлыҡҡа мөмкин тиклем яҡынайтып үтәлде: тренировка өсөн алынған самолет эсендә шартлы сирле бар ине. Легендаға ярашлы, Мәскәүҙән Өфөгә Һиндостан гражданы осоп килә. Юлда ул бортпроводниктарға үҙенең насар хәл-торошона зарлана. Самолет ергә төшкәс, экипаж сирле пассажир тураһында аэропортҡа хәбәр итә һәм ваҡиға урынына Роспотребнадзор, медицина хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Самолет туҡталҡаһы янына биобәҙрәфтәр, тотонолған материалдар өсөн контейнерҙар, техник һыулы автомобиль ҡуйылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Роспотребнадзор белгестәре ауырыуҙың этиологияһын аныҡланы. 4-се һанлы дауахананың «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте сирлене «Башавтотранс» автобусында обсерваторға илтте. Бригадалар килгәс, бөтә пассажирҙарҙы ла самолеттан сығарып, һауа судноһы, багаждар, почта — тулыһынса дезинфекцияланды. Шунан ғына самолет авиакомпанияға тапшырылды. Күнекмә ваҡытында ашығыс хеҙмәттәрҙе иҫкәртеү ҡоролмалары, белгестәрҙең нисек эшләүе тикшерелде, сирлене эвакуациялау алгоритмы баһаланды.Сара хәүефле инфекция осрағында бөтә хеҙмәттәрҙең теүәл эшләүен, йөкләмәне ҡыҫҡа ваҡытта һәм аныҡ башҡара алыуын күрһәтте.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com