«Рәсәй» медиаүҙәгендә CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһына бағышланған матбуғат-конференцияһы үтте

29 июндә «Рәсәй» медиаүҙәгендә CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһына бағышланған матбуғат-конференцияһы үтте. Конференция барышында спикерҙар республика 3 – 10 июлдә ҡабул итәсәк күләмле сара тураһында һөйләште һәм журналистар һорауҙарына яуап бирҙе. «Фольклориада уҙғарыу тураһында тәүге уй Рәсәйҙә 2014 йылда уҡ булды. 2015 йылда Башҡортостан делегацияһы фольклориаданы уҙғарыу хоҡуғын яуланы, ә 2016 йылда беҙ халыҡ-ара фольклор фестивален ҡарау өсөн Мексикала булдыҡ һәм эстафетаны ҡабул иттек. Тәүге уйҙан һәм уны тормошҡа ашырыуға тиклем ете йыл ваҡыт үтте. Ошо осор эсендә республикала ныҡлы әҙерлек барҙы. Башҡарма власть органдары ла, дирекция ла, ижади коллективтар ҙа — береһе лә әҙерлек барышына ситтә тороп ҡалманы. Бик ҙур байрам көтөлә», — тип һөйләне республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Ул шулай уҡ Башҡортостанда етди санитар-эпидемиологик саралар күреләсәк, тип баҫым яһаны. «Февраль айында фольклориада уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, беҙ ҡатнашыусылар өсөн методик күрһәтмәләргә тотондоҡ. Медицина талаптарына һәм эпидемиологик хәүефһеҙлеккә ныҡлы иғтибар йүнәлтелде, хатта ваҡыты менән мәҙәни программаға ҡарағанда күберәк тә. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында эшләргә тейешле һәр аҙымыбыҙ ҡат-ҡат ҡабатланды», — ти Әминә Ивни ҡыҙы. «Роспотребнадзор күҙәтеп кенә ҡалмай, эпидемияға ҡаршы әүҙем саралар алып бара, фольклориада бер ниндәй ҡатмарлыҡһыҙ үтһен тип көс һала. Беҙҙең төбәк хәҙер тулыһынса ковид инфекцияһын контролдә тоторлоҡ хәлгә яҡынлашып килә. Һәр сирләү осрағы буйынса мониторинг уҙғарыла, ауырыу таралмаһын өсөн эшкәртеү саралары башҡарыла һ.б» — тине баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина. Матбуғат конференцияһында билдәләүҙәренсә, бөтә ҡатнашыусылар ковид менән сирле булмауын раҫлаған ПЦР-тест һөҙөмтәләре менән киләсәк. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова Өфөлә һәм райондарҙа уҙасаҡ фестиваль саралары барышында пациенттарҙы ташыу алгоритмы булдырылды, тине. «Әгәр фольклорида пандемия башланмаҫ борон үткәрелһә, унда 85 ил вәкиле килер ине. Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр арҡаһында ҡайһы бер дәүләттәр фестивалгә килеүҙән тыйылып торҙо. Ҡунаҡтар баш ҡала аэропортына килә башланы ла инде. Тәүге ансамбль — Панаманан. Бөгөн 39 ил ҡатнашыуын раҫланы, — тине сығышында Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекцияһының башҡарма директоры Артур Әлибәков. — Рәсәйгә инеү өсөн барыһы өсөн дә ҡәтғи талаптар ҡуйылды, һәр делеагция айырым саҡырыу алды».
Бөтә донъя фольклориадаһы республикала 3 – 10 июлдә үтә. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com