Хорватиянан килгән ҡунаҡҡа ҡурайҙа уйнау оҫталығы күрһәтелде

Хорватиянан килгән йәш артист Михал Овечкович тәүге тапҡыр башҡорт милли музыка ҡоралы – ҡурайҙа уйнап ҡараны. Ул үҙенең коллективы, «Бушевец» ансамбле менән Яңауыл районында булғанда тәүге тапҡыр ҡурайҙы күрҙе. Һәм был ябай инструменттың һоҡланғыс тауышына, бай музыкаль палитраһына иҫе китте, ғәжәпләнде. Халыҡ музыка ҡорамалдары менән Михал бигерәк тә ныҡ ҡыҙыҡһына, сөнки үҙе лә ҡулдан төрлө ҡорамалдар яһай икән. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com