Халыҡ-ара фестивалдең ҡыҙған мәле!

Халыҡ-ара фестивалдең ҡыҙған мәле!

Фольклориаданың дүртенсе көнө Евровидение йондоҙо, йырсы Манижаның сығышы менән тамамланды Бөтә санитар талаптарҙы күҙәтеп, Өфө амфитеатрында Австрия, Боливия, Италия һәм Рәсәй коллективтары ҡатнашлығында концерт фестивалдең дүртенсе көнөн йомғаҡланы.

Боливиянан килгән артистар үҙ сығышын популяр рус йыры «Калинка-малинка» көйөнә башҡарыуы иғтибарға лайыҡ. Был кистең хедлайнеры — Рәсәй йырсыһы Манижа ине. Ул бөтә донъяны һоҡландырған йыр «Russian Woman» композицияһын башҡарҙы. Байрам концертын баш ҡала халҡы ла рәхәтләнеп ҡараны. Алып барыусылар дистанция һаҡлау һәм битлек кейеү зарурлығы тураһында иҫкәртеп торҙо.

«Өфөлә халыҡ бик ихлас һәм алсаҡ. Бөтә ҡалаларҙа ла кешеләр музыкаға улай мөнәсәбәттә түгел. Ойоштроусылар ҙа бөтә ерҙә лә ваҡ деталдәргә иғтибар биреп еткермәй. бында артист үҙен яҡшы тойһон, музыка сифатлы яңғыраһын өсөн барыһы ла эшләнгән», — тине йырсы. Манижа — йырҙар авторы һәм башҡарыусы, видеоклиптар режиссеры, «Евровидение – 2021» конкурсы йондоҙо, «Подари жизнь» мәрхәмәтлек фонды амбассадоры, БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса тәүге Рәсәй илсеһе лә. «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында концерттар 10 июлгә хәтлем дауам итә.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com