VI Бөтә донъя фольклориадаһы һандарҙа

Башҡортостанда CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы тамамланды. Күләмле һәм мәртәбәле фольклор фестивале 2021 йылдың 3 июленән 10 июленә тиклем барҙы. Фольклориадала Ер шарының 37 иленән ижади коллективтар ҡатнашты. Проект меңдән ашыу ҡатнашыусыны, 70 оҫтаны бер урында тупланы.

Өфөлә был көндәрҙә бер юлы ике донъя рекорды ҡуйылды – ҡатнашыусы илдәр һаны һәм иң ҙур дуҫлыҡ әйлән-бәйләне. Был әйлән-бәйләндә 57 ил һәм 71 ил милләт вәкиле өйөрөлдө. Барлығы 2700 кеше иҫәпләнде. «Өфө-Арена» боҙ һарайында фестивалде асыу сараһында 1000 артист ҡатнашты, 500 интеллектуаль яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡулланылды, тиҫтәләгән лазер проекторы эшкә ҡушылды. Иң ҡеүәтле тауыш аппаратуралары ҡуйылды. Сараны ябыу тантанаһында «Торатау» амфитеатрында 18 ил ансамбле сығыш яһаны, алты истребитель ҡатнашлығында авиашоуға шаһит булдыҡ. Телевизорҙа барған трансляцияларҙы 10 миллиондан ашыу кеше ҡараны.

Федераль мәғлүмәт саралары 5 меңдән ашыу материал әҙерләне. Бынан тыш 30 илдең киң мәғлүмәт саралары фольклориада барышын бәйән итте. Сит ил социаль селтәрҙәрендә 1700 пост баҫылып сыҡты. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com